Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала етештереүселәр һәм чиновниктар башҡорт һөтөнөң намыҫын яҡланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

«Россельхознадзор»ҙың һөттә эзбиз, аҡбур, гипс һәм һабын рәүешендәге өҫтәмәләр табылыуы тураһында белдереүенән һуң Өфөлә матбуғат конференцияһы ойошторолдо. 20 июндә яңғыраған мәғлүмәт илдә һөт етештереүгә ҡағылды һәм ҙур резонанс тыуҙырҙы.

«Россельхознадзор»ҙың республика идаралығы етәксеһе Юрий Петров аңлатыуынса, ҡайһы бер матдәләрҙең һөт сәнәғәтендә файҙаланылған эмульгаторҙар ҡулланыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был әҙер ризыҡҡа сит матдәләрҙе ҡушыу тигәнде аңлатмай. «Был бер кемгә лә кәрәкмәй. Етештереүҙең бөтә этаптарында ла тикшереүҙәр уҙғарыла», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Һөтсөлөк союзы вәкилдәре.

«Россельхознадзор»ҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан 279 һөт продукцияһы өлгөһө алынған һәм 40 фальсификациялау осрағы асыҡланған. Шуларҙың 25 осрағы урында етештерелгән тауарҙарға ҡараған. «Һөт майын үҫемлек майы менән алмаштырыу тыйылмай. Әммә был осраҡта тауар һөт түгел, ә һөт продукты тип аталырға тейеш. Быны этикеткала яҙырға кәрәк. Әгәр етештереүсе составы үҙгәртелгән продукцияны тәбиғи ризыҡ тип атай икән, бына ошо була инде фальсификациялау», — тине Юрий Петров.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть