9 декабрь, Йома

29 июнь 2016 йыл, 15:31

Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубының баш тренеры Виктор Гончаренко менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубының баш тренеры Виктор Гончаренко менән осрашты. Яҡтар клубты үҫтереү мөмкинлектәрен, 2016/2017 йылдар миҙгеленә бурыстарҙы тикшерҙе.

– Беҙҙең команда яңыраҡ ҡына Рәсәй футбол Премьер-лигаһына инде. Әлегә команданың барлыҡҡа килеүе хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ республикала ҙур футболдың булыуын теләйбеҙ. Оҫталар командаһының булыуы ғына түгел, йәштәрҙе футболға йәлеп итеү, спортты үҫтереү йәһәтенән дә.

Башҡортостан – спорттың шәхси һәм команда төрҙәрендә ҡаҙаныштары булған биләмә, тип билдәләне республика Башлығы. Уның әйтеүенсә, Виктор Гончаренконың Белоруссияла эшләү тәжрибәһе «Өфө» футбол клубының артабанғы үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш.

– Команда, тренерҙар, көйәрмәндәр, спорт йәмәғәтселеге, власть структуралары берләшеп, бер мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләгәндә, һөҙөмтә буласаҡ. Һуңғы ваҡытта тап шулай эшләйбеҙ ҙә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙ, команда һәм структура, бер-беребеҙгә партнер булараҡ ҡарайбыҙ. Беҙҙә баҫым, көслө талаптар юҡ. Беҙ Башҡортостанда дөрөҫ футбол тарихын булдырырға теләйбеҙ.

– Клуб тейешле йүнәлештә үҫешә. Дөрөҫ әйттегеҙ, футболдың маҡсаты – балаларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә, көйәрмәндәрҙе стадиондарға йәлеп итеү. Был да мөһим, – тине Виктор Гончаренко. – Беҙ энтузиазм менән эшкә тотонабыҙ. Миҙгелгә ныҡлап әҙерләнербеҙ һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтербеҙ, тип ышанам.