Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала кинематографтарҙы II дебютанттар питчингына саҡыралар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Көмөш Аҡбуҙат» Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале сиктәрендә II башҡорт питчингы уҙғарыла, тип хәбәр итә республиканың Мәҙәниәт министрлығы. Уны Башҡортостан һәм Рәсәй Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге, Башҡортостан һәм Рәсәй Кинематографистар союзы, «Башҡортостан» киностудияһы ойоштора.

«Ҡыҫҡа метражлы уйын киноһы» категорияһында 30 минутлыҡ уйын фильмдарының сценарийҙары ҡабул ителә. Анкеталарҙы, сценарийҙарҙы 1 сентябргә тиклем 2pitching-ufa@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Питчингтың исемлеге 20 сентябрҙә Башҡортостан Кинематографистар союзының рәсми сайтында, Рәсәй Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге сайтында һәм «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә баҫыла.

Еңеүселәргә 50, 30 һәм 20 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыла.

Белешмә өсөн телефон: 89631436829, 89608008080.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть