10 декабрь, Шәмбе

29 июнь 2016 йыл, 14:21

Өфөлә ҡала Советына һайлауҙар башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө ҡала Советына депутаттар һайлау 18 сентябргә тәғәйенләнгән. Бөгөн, 29 июндә, ҡала Советы ултырышында ошо хаҡта ҡарар ҡабул ителде. Өфөләргә 36 депутат һайларға кәрәк.

Киләһе саҡырылыштан депутаттар корпусының вәкәләттәр ваҡыты биш йыл тәшкил итә. 2016 йылдың 16 майында берҙәм һайлау округы буйынса депутаттар һайлағанда кандидаттар исемлеген тәҡдим итеү шарттары үҙгәртелде. Хәҙер исемлектең дөйөм өлөшөнә һәр сәйәси партиянан өс кандидат инә ала.

Дәүләт Думаһына һайлауҙар менән бер рәттән, Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала һигеҙ ҡала округтары Советына (Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө) — Межгорье ҡалаһы ҡала округынан тыш бөтә ҡала округтарына; 54 муниципаль район һәм 10 ҡала биләмәһе Советтарына (Баймаҡ, Бәләбәй, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Яңауыл); Асҡын, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәләүез, Нуриман, Салауат райондарындағы 41 ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау була.

Дәүләт Думаһына һайлау һәм 2-се Инорс бер мандатлы һайлау округы һәм 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау башланған да инде.

Муниципалитеттарҙа төп тәғәйенләүҙәр 29-30 июндә уҙа.