11 декабрь, Йәкшәмбе

29 июнь 2016 йыл, 13:02

Мәскәү һабантуйында ҡатнашыусыларға башҡорт халҡының ғәҙәти көнкүреше күрһәтелә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. 17 июлдә Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығында һабантуй үткәрелә. Байрамды ойоштороусылар булып Татарстандың Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, «Мәскәү татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы», «Башҡортостан яҡташлығы» төбәк йәмәғәтселек ойошмалары сығыш яһай. Һабантуй Мәскәүҙең Милли сәйәсәт, төбәк-ара бәйләнештәр һәм туризм департаменты ярҙамында уҙғарыла.

Быйыл һабантуйҙа мәскәүҙәргә һәм ҡала ҡунаҡтарына мауыҡтырғыс саралар тәҡдим ителә. Спорт һәм халыҡ уйындарында, милли көрәштә ҡатнашырға, Башҡортостан, Татарстан артистарының, ижади коллективтарҙың сығыштарын ҡарарға мөмкин. Ҡырым татарҙары һәм нуғайҙар ҙа үҙҙәренең тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырасаҡ. Асыҡ һауалағы этнографик күргәҙмәлә байрам ҡунаҡтары башҡорт һәм татар ауылдары буйлап йөрөй, ике туғандаш халыҡтың тарихы, мәҙәниәте, көнкүреше менән таныша һәм милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарай ала. Сувенирҙар, халыҡ кәсептәре әйберҙәрен һәм милли нәшриәттәрҙә донъя күргән китаптар һатыу ойошторола.

Быйыл Мәскәү һабантуйында Башҡортостандан Илеш һәм Саҡмағош райондары ҡатнаша. Һабантуй иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 9-ға тиклем дауам итә. Сараны рәсми асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 1-гә билдәләнгән. «Коломенское» музей-ҡурсаулығының адресы: Мәскәү ҡалаһы, Андропов проспекты, 39-сы йорт, «Коломенская» станцияһы. Инеү ирекле.