Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда иң оҫта ҡымыҙсыны һайлайҙар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда иң яҡшы ҡымыҙ яһаусыны һәм йылҡы көтөүсене һайлайҙар. Бөгөн, 29 июндә, Баймаҡ районында ҡымыҙсыларҙың һәм йылҡысыларҙың ХI республика конкурсы ойошторола.

Конкурстың төп маҡсаты — үҙ һөнәрендә көслөләрҙе асыҡлау, ҡымыҙ етештереү технологияһында алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, шулай уҡ ҡымыҙ яһаусы һәм йылҡы көтөүсе һөнәрен популярлаштырыу.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыусыларҙы конкурстың теоретик һәм практик этаптары көтә. Бынан тыш, улар Баймаҡ районының бер нисә хужалығына барасаҡ, унда һауын бейәләре, ҡолон аҫрау, бейә һауыу һәм ҡымыҙ бешеү технологияһы менән танышасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть