8 декабрь, Кесе йома

29 июнь 2016 йыл, 10:59

Рөстәм Хәмитов Республика перинаталь үҙәге төҙөлөшө барышын тикшерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 28 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 130 койкаға иҫәпләнгән Республика перинаталь үҙәге төҙөлөшө барышын тикшерҙе.

Үҙәк 2011-2016 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыуҙың республика программаһы сиктәрендә төҙөлә. Финанслау республика Хөкүмәте, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фонды араһында ҡул ҡуйылған килешеү сиктәрендә алып барыла.

Бинаның дөйөм майҙаны 24,3 мең квадрат метр тәшкил итә. Объекттың проект хаҡы – 2 миллиард һум, шул иҫәптән 1,5 миллиард һумы – федераль һәм 500 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан. Республика Башлығының февраль айында ҡул ҡуйған Указына ярашлы, перинаталь үҙәкте кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн Башҡортостан бюджетынан тағы ла 400 миллион самаһы аҡса бүленде.

Бөгөнгә объектты төҙөү тамамланған. Объекттың техник регламент талаптарына тап килеүе тураһында һығымта яһалған. Заказсы – «Ростех» дәүләт корпорацияһы – уны республиканың дәүләт милкенә тапшырыу өсөн документтар әҙерләй.

Перинаталь үҙәктә эшләү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү маҡсатында 2014-2016 йылдарға тейешле ведомство маҡсатлы программаһы раҫланған. Кадрҙарға ихтыяж – 62 табип һәм 50 урта медицина персоналы.

Төбәк етәксеһе үҙәктә ҡуйылған ҡорамалдың мөмкинлектәре менән танышты. Мәҫәлән, магнит-резонанс томографияһын үткәреү өсөн уникаль аппарат йөклө ҡатынды ғына түгел, яралғыны һәм яңы тыуған сабыйҙы ла тикшерергә мөмкинлек бирә. Әлеге ваҡытта 1 605 берәмек ҡорамал ҡуйылған, тағы ла 2 220 берәмек килтереү көтөлә.

Башҡортостан Башлығы подряд ойошмаһына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, биләмәне төҙөкләндереүҙе тамамларға ҡушты.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Республика перинаталь үҙәге ҡаршыһындағы 4-се клиник бала табыу йортоноң эше менән танышырға булды. Сәфәр барышында төбәк етәксеһе бала табыу йорто пациенттары менән аралашты, йәш әсәләрҙе балалары тыуыу менән ҡотланы, бындағы шарттар менән ҡыҙыҡһынды.

Республика Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бала табыу йорто һәм Республика перинаталь үҙәгенең берлектәге эш йүнәлештәрен өйрәнергә ҡушты.