5 декабрь, Дүшәмбе

29 июнь 2016 йыл, 9:49

Алдағы көндәрҙә төбәктә ҡырау төшөүе көтөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда июндең һуңғы көндәре йылы һауа торошо менән ҡыуандырмай. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 29 һәм 30 июндә төндә төбәктә ҡырау төшөүе, ямғыр яуыуы ихтимал.

Шаршамбы, 29 июндә, һәм кесаҙна, 30 июндә, яуым-төшөм көтөлә, ел төньяҡтан, талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә 7-12 градус, төньяҡ райондарҙа +2°, ҡырау төшәсәк. Көндөҙ 19-24 градус йылы.

Рәсәй Гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, аҙна аҙағында Башҡортостанда һауа температураһы 26-27 градусҡа етәсәк.