9 декабрь, Йома

28 июнь 2016 йыл, 17:56

Баш ҡалала Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы ойошторолдо

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә яңы структура — «Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы» Бөтә Рәсәй йәштәр берекмәләре союзы ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты советы ултырышында ошо хаҡта ҡарар ҡабул ителде.

Яңы ойошманың төп маҡсаты — илдәге башҡорт йәштәрен туплау, улар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу, бөтә донъяла башҡорт халҡының хоҡуғын, милли-мәҙәни ихтыяжын тормошҡа ашырыу программаларын әҙерләүҙә ҡатнашыу. Структура башҡорт йәштәрендә әүҙем тормош позицияһын тәрбиәләүҙә, милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүҙә ярҙам итәсәк. Берекмә ағзалары тел, фән, мәғариф, мәҙәниәт, тарихи мираҫ, милли-мәҙәни үҫеш өлкәһендә йәштәр программаларын әҙерләүҙә ҡатнашыр тип көтөлә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы ойошма булдырыу тураһында ҡарарҙы Баймаҡ районының Граф күле буйында ойошторолған «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» форумында ҡатнашыусылар хуплаған. Башҡортостан йәштәре һәм форум ҡунаҡтары — Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан һәм Ханты-Манси автономиялы округынан килгән делегаттар — Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы сафына инде.