10 декабрь, Шәмбе

28 июнь 2016 йыл, 17:25

Өфөлә «БРИКС һәм ШОС илдәренең студент яҙы» халыҡ-ара фестиваленә йомғаҡ яһалды

фото: Рәсәй Йәштәр союзы, Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «БРИКС һәм ШОС илдәренең студент яҙы» халыҡ-ара фестиваленә йомғаҡ яһалды. Сара 24-27 июндә уҙҙы. Фестиваль «Рәсәй студент яҙы» студенттар ижадына ярҙам итеү һәм үҫтереүҙең халыҡ-ара этабы булып тора. Сараны ойоштороусылар — Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы, Рәсәй Йәштәр союзы, Башҡортостан Хөкүмәте, Өфө дәүләт нефть техник университеты. Быйыл фестиваль ЮНЕСКО етәкселегендә ойошторолдо.

Баш ҡалаға донъяның 17 иленән меңдән ашыу ижади һәм талантлы студенттар килде. Күләмле сараның программаһында биш йүнәлеш ҡаралғайны. БРИКС һәм ШОС илдәренең икенсе йәштәр форумында төрлө ил вәкилдәре милли йәштәр ойошмаларының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. «Медиаяҙ» йүнәлешендә ҡатнашыусылар йәштәр киң мәғлүмәт сараларының ыңғай һәм кире яҡтарын тикшерҙе, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм баҫма мөхәррирҙәренең лекцияларын тыңланы, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. «Арт холл» ижади йүнәлеше сиктәрендә студенттар делегацияларҙың милли ижади программаларын, БРИКС һәм ШОС илдәре халыҡтарының колоритын күрһәтте. «Универвидение» проектында Рәсәй, Ҡытай, Азербайжан, Тажикстан, Әрмәнстан, Һиндостан вәкилдәре йыр-моң бәйгеһендә ярышты. Фестиваль 27 июндә, Рәсәй йәштәре көнөндә, «Яҙ королеваһы-2016» матурлыҡ конкурсы менән тамамланды. Өфө ҡыҙы Гөлнур Зиннәтова ун ҡатнашыусы араһында иң сибәре тип танылды.

«Республикабыҙҙа ошо фестивалде ойоштороу һәм үткәреү өсөн ныҡлы нигеҙ һалынған, ул — 40 йылдан ашыу уҙғарылған «Студент яҙы» фестивале. Әлеге проект лайыҡлы кимәлдә ойошторолдо, студенттарыбыҙҙың ижадын һәм потенциалын күрһәтә алдыҡ. Сара дуҫлыҡты, хеҙмәттәшлекте һәм толерантлыҡты пропагандаланы», — тине «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Греб.