9 декабрь, Йома

28 июнь 2016 йыл, 16:46

Силәбелә һабантуйҙа иң яҡшы көрәшсе һарыҡ менән бүләкләнә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Силәбелә ҡала һабантуйына әҙерлек бара. Байрам 2 июлдә «Еңеү баҡсаһы» паркында уҙғарыла. Тантанаға Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһында йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар саҡырыла. Байрамды, ғәҙәттәгесә, Силәбе хакимиәте ойоштора.

Республиканың Урал федераль округындағы вәкиле Амур Хәбибуллин әйтеүенсә, Башҡортостан мәҙәниәтен һабантуйһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Бөгөн һабан байрамы — игенсе хеҙмәтен данлау, күңел асыу, һый-ниғмәт һәм уйын-көлкө ул.

Силәбелә лә сараның төп күрке милли көрәш буласаҡ. Һабантуй батыры һарыҡ менән бүләкләнәсәк. Ә бына ат сабышы уҙғарылмай, сөнки парк бәләкәй.

Ҡунаҡтарҙы бай программа: Силәбе өлкәһенең, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары ижади коллективтарының ҙур концерты көтә. Парк аллеяларында тирмәләр ҡорола, унда теләгән һәр кем милли ризыҡтарҙан һәм эсемлектәрҙән ауыҙ итә ала. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн халыҡ уйындары һәм аттракциондар ойошторола.

Спорт ярыштары программаһында — гер күтәреү, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу. Шулай уҡ тирҙа атырға, батутта һикерергә һәм атта, дөйәлә, пониҙа йөрөргә мөмкин, тип һөйләне Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.