10 декабрь, Шәмбе

28 июнь 2016 йыл, 16:02

Башҡортостан — йомортҡа етештереү буйынса илдә иң яҡшы биш төбәк иҫәбендә

фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл тәүге биш айҙа Башҡортостанда, Ростов һәм Белгород өлкәләрендә, шулай уҡ Краснодар һәм Пермь крайҙарында йомортҡа етештереү күләме артҡан. Ҡош ите етештереү буйынса Брянск, Пенза һәм Мәскәү өлкәләре, Ставрополь крайы һәм Мордовия Республикаһы илдә алдынғы урынды биләй. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы шундай мәғлүмәттәр килтерҙе.

Дөйөм алғанда, быйыл ғинуар-май айҙарында илдә ҡош ите етештереү былтырғы менән сағыштырғанда 5,8 процентҡа, йәғни 130 мең тоннаға артҡан, һәм 2 377 мең тоннаға еткән.

Ауыл хужалығы ойошмаларында йомортҡа етештереү 14,2 миллиард дана тәшкил иткән. Был уҙған йылғы кимәлдән 4,3 процентҡа (+589,4 миллион дана) күберәк.

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл май айында ҡош итенең килограмы уртаса 95,73 һум һәм йомортҡаның 10 данаһы 36,61 һум тәшкил иткән.