7 декабрь, Шаршамбы

28 июнь 2016 йыл, 15:19

Өфө яҙыусыһы башҡорт әкиәттәре нигеҙендә заманса фэнтези-романын баҫмаға әҙерләй

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Төрлө проекттарға аҡса йыйыу менән шөғөлләнгән «Бумстартер» майҙансығында яңы кампания башланды. Өфө яҙыусыһы Тимер Булатов «Алмас батыр» романын баҫтырыу өсөн аҡса йыя. Китап боронғо башҡорт легендалары һәм әкиәттәре, шулай уҡ Урал һәм Волга буйындағы башҡа халыҡтарҙың риүәйәттәре нигеҙендә яҙылған.

Яңы романда шәп мажараларға тарыған егет хаҡында бәйән ителә. Романда барған хәл-ваҡиғаларҙан Волганан Уралға тиклемге боронғо ерҙәрҙе танырға мөмкин.

Китапта йөҙҙәрсә йыл элек ата-бабаларыбыҙҙың тормошо тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тупланған. Йыйынтыҡ уҡыусыларҙы үҙенсәлекле әкиәт донъяһы менән таныштыра. Тылсымсылар, убырҙар, юхалар, ендәр һәм сихырсылар — персонаждарҙың күбеһе киң ҡатлам уҡыусыға таныш түгел. Романды уҡып, әллә күпме яңы мәғлүмәт алырға мөмкин.

Бында китапты баҫтырыуҙа ярҙам итергә була.