11 декабрь, Йәкшәмбе

28 июнь 2016 йыл, 14:29

Константин Полозов «Толпар» хоккей клубын етәкләне

фото: Дмитрий Слезин

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Константин Полозов «Толпар» йәштәр хоккей клубының өлкән тренеры вазифаһына тәғәйенләнде, тип хәбәр итә өфөләрҙең матбуғат хеҙмәте.

Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе, «Салауат Юлаев» өсөн 15 миҙгел уйнаған Полозов 2009/10 йылдар миҙгелендә «Толпар»ҙың тренерҙар штабына ингәйне. Бынан һуң белгес Нефтекамала тәүҙә «Батыр», һуңынан «Торос» командаларын етәкләне. Тренер менән килешеү бер йылға иҫәпләнгән.

Быға тиклем «Толпар»ҙың тренеры булған Алик Гәрәев командала тренер сифатында эшләйәсәк. Николай Цулыгин да тренер эшен дауам итәсәк.

«Толпарҙар» ял итеп, Йәштәр хоккей лигаһында яңы миҙгелгә әҙерләнә башланы ла инде. 4 июлгә тиклем команда Өфөлә була, һуңынан Павловка һыуһаҡлағысындағы «Йондоҙло» физкультура-һауыҡтырыу комплексына юллана.