10 декабрь, Шәмбе

28 июнь 2016 йыл, 13:54

Өфө ҡыҙы БРИКС һәм ШОС илдәренең иң сибәр студенты тип танылды

фото: М.Аҡмулла исемендәге БДПУ, социаль селтәрҙәр

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Яҙ королеваһы-2016» XXV Халыҡ-ара матурлыҡ, грация һәм артислыҡ оҫталығы конкурсында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Гөлнур Зиннәтова еңеү яуланы. Талантлы йәш ҡыҙҙар бәйгеһе Өфөлә «БРИКС һәм ШОС илдәренең студент яҙы» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә уҙҙы.

Донъяның һигеҙ иленән 10 ҡыҙ һылыуҡай тажы өсөн көрәште. Улар — Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡытай, Тажикстан, Үзбәкстан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Рәсәй һәм Белоруссия вәкилдәре. Рәсәй исеменән конкурста Гөлнур Зиннәтова һәм «Краса Студенчества России-2016» Полина Беспалова сығыш яһаны.

«Яҙ королеваһы» бәйгеһендә ҡатнашыусылар милли кейемдәрҙә, киске һәм туй күлдәктәрендә дефиле күрһәтте, йырланы, бейене, театрлаштырылған номерҙар тәҡдим итте һәм спорт трюктарын башҡарҙы. Мәҫәлән, Ҡытайҙан Ван Сыюе — ҡытайҙарҙың боронғо һөнәре, Әрмәнстан вәкиле Мелина Петросян бер нисә тхэквондо алымы менән таныштырҙы. «Яҙ королеваһы» титулына лайыҡ булған Гөлнур Зиннәтова сәхнәлә ысын башҡорт һабантуйын күрһәтте, йырланы, бейене һәм флейтала уйнаны. Еңеүсе тажын инвалид коляскаһында ултырған ҡыҙҙар араһында «Мисс мира-2013» титулына эйә булған, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ксения Безуглова тапшырҙы.

Гөлнур Зиннәтоваға 23 йәш, ул сығышы менән Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылынан. Хәҙер Башҡорт дәүләт педагогия университетында «музыка уҡытыусыһы» белгеслеге буйынса уҡый, «Хылыукай — Bashkirian Beauty» студияһында шөғөлләнә. Быйыл апрель айында Гөлнур илдең иң матур 20 ҡыҙ исемлегенә инде. Үҙе һөйләүенсә, өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмай, киләсәктә лә халыҡ-ара һәм республика проекттарында ҡатнашырға ниәтләй.