8 декабрь, Кесе йома

28 июнь 2016 йыл, 12:13

Баш ҡалала туристарҙың төп ағымы эшҡыуарҙарға тура килә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә туристарҙың төп ағымы эшҡыуарҙарға тура килә. Улар халыҡ-ара «Өфө» аэропорты хеҙмәттәре менән файҙалана, уңайлы ҡунаҡханаларҙа туҡтай, ҙур үҙәктәрҙә эшлекле һөйләшеүҙәр үткәрә — ҡаланың үҫешкән инфраструктураһы бизнесты уңышлы алып барырға мөмкинлек бирә. 28 июндә мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә Сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе координациялау идаралығы етәксеһе Ольга Завьялова Өфөләге турист индустрияһы торошо тураһында хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, баш ҡалаға туристар ағымы йылдан-йыл арта. 2014 йылда ул — 380 мең, былтыр 640 мең кеше тәшкил иткән. 2016 йылда былтырғы кимәлде кәметмәү маҡсат итеп ҡуйыла.

Бынан тыш, 2014-2015 йылдарҙа ҡалала туристик хеҙмәттәр күләме 7 проценттан 12 процентҡа тиклем артҡан. Биш йылда 60 яңы ҡунаҡхана төҙөлгән. Илдәге иҡтисади һәм геосәйәси хәл арҡаһында туристик фирмалар кәмене, уның ҡарауы, эске туризмды үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнә башланылар. «Сит илгә сығыу ҡиммәтләнде, беҙгә килеү арзанайҙы», — тип билдәләне Ольга Завьялова.

темалар: туризм, бизнес