10 декабрь, Шәмбе

27 июнь 2016 йыл, 17:06

Башҡорт йәштәре Баймаҡ районында дуҫтарын йыйҙы

фото: Белорет районы хакимиәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған ял көндәрендә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» форумы уҙҙы. Форумды ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, республиканың Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Баймаҡ районы хакимиәте. Сара барышында бейеү конкурсы, «Яратам һине, Башҡортостан!» флешмобы, көрәш, мини-футбол, волейбол буйынса ярыштар, милли уйындар ойошторолдо.

Форумдың маҡсаты — йәштәрҙе туплау, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу. Республика форумында муниципаль район һәм ҡала округтарынан йәштәр делегациялары ҡатнашты. Белорет педагогия колледжы студенттары әүҙемлек күрһәтте, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.

«Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» форумы сиктәрендә тәүге тапҡыр «Йәшлек моңо-2016» республика йәш башҡарыусылар конкурсы ойошторолдо. Белорет педагогия колледжын тамамлаған Александра Васильева Вәсилә Фәттәхованың репертуарынан «Әйтелмәгән мөхәббәтем» йырын башҡарып, икенсе дәрәжә лауреат исемен, Илнур Әхмәтшин «Рух» номинацияһында диплом алды.

Белорет районы йәштәре спорт ярыштарында һәм халыҡ уйындарында, «Башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге» темаһына түңәрәк өҫтәл эшендә һәм «Үҙ эшеңде асыуҙың юридик аспекттары» бизнес-тренингында әүҙем ҡатнашты, тип билдәләнеләр Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.