6 декабрь, Шишәмбе

27 июнь 2016 йыл, 16:34

Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса саралар планы июлгә әҙер буласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Июль айында республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын 70 йәштән 72-гә тиклем арттырыу буйынса саралар планы тикшереләсәк. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында ошо хаҡта белдерҙе.

– Беҙ, республика, үҙ өҫтөбөҙгә ҡатмарлы бурыс алабыҙ. Ике, күп тигәндә өс йыл эсендә республикала уртаса ғүмер оҙайлығын ике йылға тиерлек арттырыу. Быға ирешеү бик ауыр. Бының өсөн бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ниҙәр барғанын, эш планын төҙөү һәм иң мөһиме – ошо планды тормошҡа ашырырға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн федераль үҙәктән белгестәр, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылыр, шул иҫәптән академик Рошаль кеүек абруйлы ғалим ҡатнашлығында ошондай эш планын төҙөйбөҙ. Планды июль башында Хөкүмәт ултырышында тыңлаясаҡбыҙ. Уны эшләп бөтөүгә яҡынса ай ярым ваҡыт китәсәк. Артабан шул йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ.

Һаулыҡ һаҡлау системаһы эсендәге аҡса халыҡ менән эшләүселәр файҙаһына бүленә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

– Аҡсаны тәү сиратта кешеләр менән эшләгән беренсел звеноға йүнәлтербеҙ, моғайын, – тине Рөстәм Хәмитов. – Йылына 55 мең кеше вафат була, һуңғы 10-15 йылда ошондай хәл дауам итә. Әлеге һандарҙы кәметеү һәм цивилизация күрһәткесенә сығыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.