11 декабрь, Йәкшәмбе

27 июнь 2016 йыл, 15:28

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ бәләкәй эшҡыуарлыҡ эшенә йүнәлеш биреүсе төбәк булырға тейешбеҙ»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ Башҡортостан иҡтисадының үҫеш факторы булырға тейеш. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында ошо хаҡта белдерҙе.

– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ – ил үҫешенең төп варианттарының береһе, тип ҡабатлауҙан туҡтамайым. Әгәр ҙә бизнес менән шөғөлләнергә теләгәндәргә ярҙам итмәһәк, бер нәмә лә булмаясаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ республикала эшләгән ҙур предприятиеларҙың биш йыллыҡ пландарын күрәбеҙ. Унда төҙөлөштәр, инвестициялар бар, әммә иң мөһиме – көслө үҫеш юҡ. Бындай динамиканы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ҡына бирә ала.

Республикала эшҡыуарлыҡҡа булған ҡараштың бер аҙ үҙгәреүе Башҡортостандың Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында 40-сы урындан 20-гә күтәрелеүенә килтерҙе, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

– Былтыр беҙҙең позициялар юғары баһаланманы. Миңә ниндәйҙер дәрәжәлә ошо сәбәп арҡаһында ла Башҡортостан Хөкүмәтенең иҡтисад блогы етәкселеген алмаштырырға тура килде. Беҙ хаталар өҫтөндә етди эш алып барҙыҡ һәм быйыл илдең егерменсе төбәге булдыҡ. Инвестиция үҫеше, инвестиция йәлеп итеү буйынса тәүге егерме төбәк – илдә күп йүнәлештәр буйынса лидер. Был беҙҙең өсөн ҡыуаныслы күренеш, әммә алға ынтылырға кәрәк,  – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ лидер, бәләкәй эшҡыуарлыҡ эшенә йүнәлеш биреүсе төбәк булырға тейешбеҙ.