11 декабрь, Йәкшәмбе

27 июнь 2016 йыл, 14:26

Төбәктә бензинға хаҡ йәнә артты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Башнефть» йәмғиәтенең яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың литры 20-30 тингә, йәғни уртаса 0,8 процентҡа артты.

Хәҙер «Нормаль-80» бензинының литры, 30 тингә артып, 33,10 һум, «Регуляр-92» маркаһы — 34,10 (+30 тин), ATUM-92 — 34,60 (+30 тин), «Премиум-95» — 37,30 (+20 тин), ATUM-95 37,80 һум (+20 тин) тәшкил итә.

Хаҡтарҙың үҙгәреүе биржала бензинға күмәртә хаҡтарының артыуына бәйле. Йыл башынан хаҡтар уртаса өстән бер өлөшкә һәм июндә 5,5 процентҡа артҡан.

Компанияның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, «Башнефть» яғыулыҡҡа хаҡты уртаса кимәлдә һаҡлап килә. Мәҫәлән, «Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында «Регуляр-92» бензинының хаҡы Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестәрҙән — 0,3, ил буйынса ике процентҡа кәмерәк.