10 декабрь, Шәмбе

27 июнь 2016 йыл, 13:15

2017 йыл республикала Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2017 йыл Башҡортостанда Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Республикала тематик йылды үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланды, уға 2017 йылға саралар планы әҙерләргә ҡушылды. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкләне. Район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә — урындарҙа ойоштороу комитеттары булдырырға, йәмәғәтселәргә экологик мәҙәниәтте үҫтереү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, тәбиғи мираҫты һаҡлау өсөн яуаплылыҡты арттырыу буйынса эште әүҙемләштерергә кәңәш ителде.

Документҡа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «Рәсәй Федерацияһында Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын үткәреү тураһында»ғы һәм «Рәсәй Федерацияһында Экология йылын үткәреү тураһында»ғы указдарына ярашлы ҡул ҡуйылды. Алдан хәбәр ителгәнсә, был илдең экологик үҫеше, биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләренә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү өсөн кәрәк.