Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Йәштәр көнө билдәләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Бөгөн, 27 июндә, илдә Йәштәр көнө билдәләнә. Байрам 23 йыл элек Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельциндың бойороғо менән булдырылған.

Башҡортостанда йәштәр халыҡтың дүрттән бер өлөшөнән күберәген тәшкил итә, был — миллиондан ашыу кеше. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта әйтеүенсә, «хәҙер тап йәштәргә баҫым яһала. Беҙҙең бурыс — уларға яңы идеяларҙы, ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеү».

Был көндә республикала төрлө саралар, фестивалдәр, концерттар ойошторола.

Быйыл Өфөлә Йәштәр көнө «БРИКС һәм ШОС илдәренең студент яҙы» халыҡ-ара фестиваленең тамамланыуы менән тап килде. Унда 17 илдән һәм Рәсәйҙең 15 төбәгенән меңдән ашыу студент ҡатнаша.

«Башинформ» алдан хәбәр иткәнсә, төп саралар Салауат Юлаев исемендәге майҙанда үтә. Байрам ваҡытында унда «Light Again», «Red Horse», «Миллион Эр», «3СКА» төркөмдәре, «БРИКС һәм ШОС илдәренең студент яҙы»ның иң яҡшы коллективтары сығыш яһай. Ойоштороусылар вәғәҙәләүенсә, «Пицца» төркөмө лә буласаҡ.

Майҙандағы бөтә саралар — көндөҙгө сәғәт 2-лә, концерт киске 7-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть