3 декабрь, Шәмбе

27 июнь 2016 йыл, 10:05

Күмертау 2017-2018 йылдарҙа вертолет етештереүгә заявкалар ҡабул итә

фото: Мирон Доровских | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2016 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артем Вәлиев/. Күмертауҙа Ка-226 һәм Ка-32 вертолеттарын етештереү өсөн заявкалар йыялар, әле ағымдағы һәм киләһе йылға заказдар пакеты булдырыла. Күмертау башлығы Борис Беляев «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында ошо хаҡта белдерҙе.

«2017-2018 йылдар әҙер продукция етештереүҙе арттырыу йәһәтенән авиация заводын үҫтереүҙә һынылышлы буласаҡ, — тине Борис Беляев. — Бында һүҙ Күмертауҙа вертолеттар йыйыу тураһында бара. Эшҡыуарҙар һәм ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятиеларҙың экспортҡа эшләүе, продукцияның илдә генә түгел, бөтә донъяла һорау менән файҙаланыуы беҙҙең өсөн бик мөһим».

Күмертау мэры әйтеүенсә, ҡалала сит илдән, атап әйткәндә, Ҡытайҙан партнерҙар эҙләү менән әүҙем шөғөлләнәләр. Хатта интернеттағы инвестиция паспорты ҡытай теленә тәржемә ителгән, муниципаль чиновниктар иһә үҙҙәренә ҡытайса визит карточкалары әҙерләгән. Ике-өс йылдан ошо эштән файҙалы һөҙөмтә көтәләр.

Борис Беляев менән интервью «Детально» рубрикаһында баҫылған.