10 декабрь, Шәмбе

24 июнь 2016 йыл, 17:52

«Мәскәү — Пекин» велоуҙышында ҡатнашыусыларға йәшел Өфө оҡшаған

фото: Дмитрий Слезин

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөгә «Мәскәү — Пекин» велоуҙышында ҡатнашыусылар — 25 швейцар килде. Улар 80 көн эсендә 7800 саҡрым юл үтергә тейеш. Велоуҙыштың инициаторы — Швейцарияның «Huerzeler Bicycle Holidays» компанияһы. Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәт Рәсәй Президенты Хакимиәте, Туризм буйынса федераль агентлыҡ, Милли туристик союз, Лидерҙар клубы, Рәсәйҙең Велосипед спорты федерацияһы һәм «Измайловолағы Кремль» мәҙәни-күңел асыу үҙәге ярҙамында ойошторолған.

Ҡала ҡунаҡханаларының береһендә Өфө журналистары менән брифинг уҙҙы. Илдә, атап әйткәндә Өфөлә, туризм юғары кимәлдә, тип һөйләне ҡунаҡтар. «Беҙҙе оҙатып йөрөгән полицияға ҙур рәхмәт, — беҙ тыныс ҡына Мәскәүгә, һуңынан һеҙҙең ҡалаға килеп еттек, беҙҙе бында ҡунаҡханаға тиклем оҙатып ҡуйҙылар. Өфө халҡына рәхмәт, барыһы ла алсаҡ һәм изге күңелле», — тип билдәләнеләр велосипедта сәйәхәт итеүселәр.

Швейцарҙарға йәшел һәм таҙа ҡала бик оҡшаған, бында заманса архитектура өлгөләре менән бер рәттән боронғо йорттар байтаҡ. Уларҙың фекеренсә, Өфөлә һәйбәт велосипед юлдары булһа ла, ошо транспорт сараһында йөрөгән кешеләр бик аҙ.

Велоуҙыштың киләһе туҡталышы — Омск ҡалаһы. Сәйәхәт 28 июндә Пекинда Тяньаньмэнь майҙанында тамамлана.