7 декабрь, Шаршамбы

24 июнь 2016 йыл, 16:30

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең тәрән тикшеренеүҙәр фонды советы рәйесе Владислав Панченко менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең тәрән тикшеренеүҙәр фонды советы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владислав Панченко менән осрашты. Осрашыу барышында яҡтар фәндең һәм етештереүҙең үҙ-ара эш итеү, ғилми кадрҙар әҙерләү, республикала инновация технологияларын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Владислав Панченко Өфөлә «Төбәк һәм йәштәр конкурстарын үткәреү мәсьәләләрендә Рәсәйҙең тәрән тикшеренеүҙәр фонды һәм ил субъекттарының үҙ-ара эш итеү системаһын камиллаштырыу» Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнаша.

– Тәүге тапҡыр ошондай конференция үткәрәбеҙ. 60-ҡа яҡын төбәк тәҡдим ителгән. Беҙ бында төбәктәрҙә фәнде нисек дөрөҫ ойоштороуҙы тикшереү өсөн йыйылдыҡ, – тип һөйләне Владислав Панченко. – Күп кенә субъекттарҙа айырым ҡаҙаныштар, эштәр, ҡайһы бер тикшеренеү үҙәктәренең төшөнә лә инмәгән ҡулайламалар бар. Илдә юғары кимәлдәге тикшеренеүҙәрҙең бер төрлө булыуы халыҡты яҡшы эш менән тәьмин итә һәм һәләтле йәштәрҙең ошонда ҡалыуына булышлыҡ күрһәтә алыр ине.

– Әле республиканың Фәндәр академияһында үҙгәртеп ҡороу бара. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге лә үҙгәрештәр юлында. Ғилми берләшмәнең үҙенән-үҙе ойошоуы, үҙе өсөн оптималь форма табыуы мөһим. Сөнки һәр биләмәлә институттар, белгестәр туплау төрлөсә.

Башҡортостанда инновация технологияларын эшләү һәм уларҙы яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларында индереү өсөн нефть полигонын булдырыу буйынса эш алып барыла, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. Шуның менән бергә әлеге ваҡытта ҙур компаниялар полигон булдырыу менән бер ҙә ҡыҙыҡһынмай.

– Чебоксарҙа Хәүефһеҙлек советының күсмә ултырышында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелде. Беҙ Рәсәй сертификация үҙәген асырға, программалаштырыу фабрикаһын төҙөргә тәҡдим иттек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Илебеҙгә бик күп программалар кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙы төрлөсә яҙалар, бында иһә бөтәһе лә тәртиптә буласаҡ.

темалар: фән, бр башлығы