5 декабрь, Дүшәмбе

24 июнь 2016 йыл, 14:47

Ҡыйғы районын Шамил Мөхәмәтдинов етәкләне

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ҡыйғы районында — яңы хакимиәт башлығы. Район Советы Шамил Мөхәмәтдиновты контракт буйынса хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләне. Ҡарар 23 июндә Ҡыйғы районы муниципаль район Советы ултырышында ҡабул ителде.

Белешмә. Шамил Радил улы Мөхәмәтдинов 1967 йылдың 17 майында Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1991 йылда Бөрө районының «Бөрө» совхозында баш агроном булып башлай.

1993-1996 йылдарҙа – Бөрө районының «Ленин юлы» колхозында, Благовещен районы Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығында баш агроном.

1996-1999 йылдарҙа – Благовещен ҡалаһы һәм Благовещен районының Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе.

1999-2011 йылдарҙа – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатында баш белгес, сектор мөдире, финанс, хужалыҡ, аграр һәм экологик ҡануниәт бүлеге мөдире.

2011-2014 йылдарҙа – республика Башлығы Хакимиәтендәге Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығының кадрҙар менән тәьмин итеү бүлеге мөдире.

2014-2016 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралығы етәксеһе.