9 декабрь, Йома

24 июнь 2016 йыл, 13:45

Өфө амфитеатрында асыҡ һауалағы «Симфония төнө» концерты уҙҙы

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 23 июндә Өфө амфитеатрында асыҡ һауалағы «Симфония төнө» концерты уҙҙы. Сараның беренсе өлөшөндә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн баш дирижер Раушан Яҡупов һәм дирижер Камил Абдуллин етәкселегендәге Милли симфоник оркестр уйнаны. Рәсәйҙең мәҙәниәт буйынса координацион советы ағзалары Симфония төнөнөң абруйлы ҡунаҡтары булды.

Концерттың программаһы Заһир Исмәғилевтың — 100, Сергей Прокофьевтың 125 йыллығына, Рәсәй Киноһы йылына һәм популяр классикаға арналған бер нисә өлөштән торҙо.  Оркестр менән бергә билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев, кларнетсы Артур Нәзиуллин, йырсы Дилара Иҙрисова сығыш яһаны.

«Көндөҙ репетиция барышында көслө йәшен йәшнәне. Ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, концерт башланыр алдынан болоттар таралды, һәм барыһы ла беҙ уйлағанса килеп сыҡты», — тип хәбәр итте Милли симфоник оркестр директоры Алексей Воронин.

Симфоник оркестрҙың ике сәғәтлек программаһы тамамланыуға табан барғанда бер аҙ ямғыр һибәләп үтте. Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең балалар студияһы артистары тайғаҡ майҙандан төшөп, тамашасылар алдында сығыш яһаны. Улар «Калинка» һәм «Башҡорт сувениры» бейеүҙәрен башҡарҙы. Кисәне республиканы ил һәм халыҡ-ара кимәлдә танытҡан йәш йырсылар Маша Мирова һәм Артем Битҡолов дауам итте. Олег Ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестры, филармонияның ҡурайсылар квартеты, «Премьер» вокаль ансамбле, филармония солистары һәм этник коллективтар сығыш яһаны. Еүеш үлән дә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дауыл һәм йәшен хаҡында иҫкәртеүҙәре лә өфөләргә күптән көтөлгән концертты ҡарарға ҡамасауламаны.

Өфө амфитеатрында асыҡ һауалағы киләһе концерт 7 июлгә билдәләнгән.