6 декабрь, Шишәмбе

24 июнь 2016 йыл, 12:38

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 23 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың осрашыуы булды. Яҡтар төбәктә мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Һуңғы бер нисә йылда беҙ төрлө фестивалдәр ойошторабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шуныһы мөһим: халыҡ мәҙәни мөхиткә ылыға. Беҙ мәҙәни ҡеүәтте үҫтерәбеҙ, ошо йүнәлештә маҡсатлы эш алып барабыҙ. Күп кенә параметрҙарҙан күренеүенсә, Өфө һәм республика халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге сараларҙы ҡабул итә.

Республикала мәҙәниәт мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, тип билдәләне Владимир Мединский.

– Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проекттар илдә өлгө булып торорға тейеш, – тине мәҙәниәт министры. – Был тәү сиратта ауыл клубтарына ярҙам күрһәтеү проекты. Мәҙәниәт министрлығы бюджеты сиктәрендә Башҡортостандың ошондай клубтарҙы айырым программаға ойоштороу тәжрибәһен билдәләү идеяһы бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр секвестр шарттарында быны эшләй алманыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, быйылғы бюджет сиктәрендә һеҙҙең тәжрибәне пропагандаларға тырышабыҙ.

Министр «Симфония төнө»нә лә юғары баһа бирҙе.

– Беҙгә бик оҡшаған икенсе сара – «Симфония төнө», һәм ул федераль ҡаҙнанан берлектә финанслана. Ул бер тапҡыр үткәреләсәк концерт булараҡ уйланылһа ла, тиҫтәләрсә мең халыҡты туплаған фестивалгә әүерелде, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Мединский. – Быйылдан башлап ойошторолған Кино төнө акцияһы, Музейҙар төнө, Сәнғәт төнө, Китапханалар төнө кеүек ил кимәлендәге акция булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Уны йылына бер тапҡыр, август аҙағында уҙғарыу күҙаллана.

Осрашыуҙа шулай уҡ 2019 йылда БАССР-ҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған байрам сараларын үткәреү тикшерелде.