9 декабрь, Йома

24 июнь 2016 йыл, 11:23

Шайморатов генералдың ордены Башҡортостанға тапшырылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 23 июндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән осрашыуы барышында республикаға генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, уның һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы тураһында архив материалдары тапшырылды. Орденды Рәсәй Президентының дәүләт наградалары буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Латипов тапшырҙы.

– Был — республикабыҙ өсөн ҙур тарихи ваҡиға. Республика символдарының береһе булған генерал Шайморатовтың ордены тыуған төйәгенә кире ҡайтты. Был тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү, йәштәрҙе тәрбиәләү, илһөйәрлек йәһәтенән бик мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тиҫтәләрсә мең кеше власть структураларына халҡыбыҙ өсөн генерал Шайморатов тураһында иҫтәлектең ни тиклем ҡәҙерле булыуы тураһында һәр саҡ иҫкә төшөрөп торҙо. Был — Рәсәй Президенты Хакимиәте, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм республика власть структураларының берлектәге тырышлығы һөҙөмтәһе. Ләкин был тәү сиратта Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле тарихи хәтерҙе тергеҙеү буйынса эште дауам иткән меңдәрсә кешеләрҙең хеҙмәте.

Генерал Шайморатов халыҡ күңелендә лайыҡлы урын алған, тип билдәләне мәҙәниәт министры. Уға бағышлап йырҙар сығарылған, урамдар уның исеме менән аталған, һәйкәл ҡуйылған.

Награданы тапшырыр алдынан архив документтары менән ентекле эш алып барылды, тип һөйләне Рөстәм Латипов.

– Бөгөнгәсә генерал Шайморатовтың ҡасан һәләк булғаны билдәле түгел, биографияһында үҙенсәлекле «аҡ» таптар байтаҡ. Башҡорт тарихсылары өсөн был ҙур эш: «аҡ» таптарҙы юйып, ошо кешенең ысын тормош юлын яҙыу, – тине ул. – 1990 йылдар башында СССР-ҙың бик күп дәүләт наградалары Рәсәйҙең яңы дәүләт наградаларын әҙерләү өсөн утилләштереү һәм ҡиммәтле металдарҙы файҙаланыу өсөн Гознакка ебәрелгән. Шайморатовтың ордены һаҡланған.