Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала муниципаль һайлауҙарҙы тәғәйенләү 29-30 июндә үтә — Хәйҙәр Вәлиев

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙар июнь аҙағына тиклем тәғәйенләнә. 17 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау буйынса кампанияға старт бирҙе. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республика Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлауҙар тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.

«Ҡайһы бер муниципаль советтарҙа һайлауҙар тәғәйенләнгән. Райондарҙа төп тәғәйенләүҙәр киләһе аҙнала, 29-30 июндә уҙа», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев.

Дәүләт Думаһына һайлауҙар менән бер рәттән республикала һигеҙ ҡала округтары Советына (Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө) — Межгорье ҡалаһы ҡала округынан тыш бөтә ҡала округтарына; 54 муниципаль район һәм 10 ҡала биләмәһе Советтарына (Баймаҡ, Бәләбәй, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Яңауыл); Асҡын, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәләүез, Нуриман, Салауат райондарындағы 41 ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау була, тип билдәләне Хәйҙәр Вәлиев.

2-се Инорс бер мандатлы һайлау округы һәм 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау башланған да инде.

Рәсәйҙә 74 партия һайлауҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы, шуларҙың 14-е парламент льготаһына эйә һәм улар ҡултамға йыймайынса ҡатнаша, тип иҫкә төшөрҙө республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть