10 декабрь, Шәмбе

23 июнь 2016 йыл, 18:06

Өфөлә «Бабич» нәфис фильмы ХХ быуат башындағы тарихи ваҡиғаларҙы сағылдырасаҡ

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бер нисә көндән Өфөлә «Бабич» исемле тулы метражлы тарихи фильм төшөрөлә башлай. Картина башҡорт әҙәбиәте классигы, ижтимағи-сәйәси эшмәкәр, тәүге Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған. Бөгөн «Башинформ» агентлығының конференциялар залында авторҙар фильм өҫтөндә эшләү үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Ижади процесс 27 июндә башлана һәм ноябргә тиклем дауам итә. Премьера 2017 йылдың март-апрель айҙарына билдәләнгән.

Фильмдың нигеҙендә 1914-1919 йылдарҙа Башҡортостанда, Ырымбурҙа, Троицкиҙа, Силәбелә булған тарихи ваҡиғалар ята. Кинотаҫма күбеһенсә Өфөлә төшөрөлә. Баш ҡалала иҫтәлекле урындар аҙ ҡалһа ла, Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы ижади төркөмгә үҙ биналарын тәҡдим иткән. Интерьерҙар, костюмдар һәм реквизиттар менән Башҡорт драма театры, Мәжит Ғафури исемендәге йорт-музей, «Любизар» 1-се башҡорт полкы» хәрби-тарихи клубы ярҙам итә. Тарихи реконструкция компьютер технологиялары ярҙамында ла тергеҙеләсәк. Мәҫәлән, был Ырымбурҙағы Карауанһарайға ҡағыла.

«Материал бик ҡыҙыҡ. Мин күптән ошо дәүер тураһында кино төшөрөргә хыялландым, әммә эште ниҙән башларға белмәнем. Ғәзим Шафиҡовтың «Ырғаҡтарға аҫылған ҡабырға» китабын һәм башҡа әҫәрҙәрҙе уҡып сыҡтым. Былтыр студенттар ҡуйған «10 июль» спектаклен ҡараным һәм Бабичтан, Иманскийҙан, Әлмөхәмәтовтан башлап республикабыҙҙы төҙөүҙә ҡатнашҡан бөтә кешеләрҙең бөтөнлөгөн күрҙем», — тип һөйләне режиссер Булат Йосопов.

Фильмдың сценарийы өҫтөндә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Таңсулпан Бабичева һәм ошо уҡыу йортоноң башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова эшләй.  

Фильмда 80-гә яҡын персонаж буласаҡ. Шәйехзада Бабич ролен Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров уйнай. Театр эшмәкәре Вәлиулла Мортазин-Иманский образын Башҡорт драма театры актеры Руслан Хайсаров, Әхмәтзәки Вәлидиҙе — Рәмзил Сәлмәнов, йырсы һәм композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовты — Артур Ишмөхәмәтов, Бабичтың атаһын Риф Сәйфуллин кәүҙәләндерә.

темалар: кино