Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала «Граждандар өсөн бюджет» әҙерләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Финанс министрлығы 2015 йыл йомғаҡтары буйынса «Граждандар өсөн бюджет» әҙерләне.

Республика Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, документ бюджет тураһындағы закондың ябайлаштырылған вариантын күҙ уңында тота. Уның менән танышҡандан һуң ҡаҙна килеменең нисек йыйылыуын, аҡсаның ниндәй маҡсатта һәм күпме күләмдә тотонолоуын белергә мөмкин.

Граждандар өсөн бюджет даими төҙөлә һәм бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. Документ Башҡортостан Финанс министрлығының рәсми сайтындағы «Эшмәкәрлек» — «Асыҡ бюджет» бүлегендә урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть