2 декабрь, Йома

23 июнь 2016 йыл, 16:41

Башҡортостан — «Интернетҡа рәхмәт-2016» Бөтә Рәсәй конкурсы лидерҙары иҫәбендә

фото: Depositphotos фотобанкы

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан «Интернетҡа рәхмәт-2016» Бөтә Рәсәй конкурсы лидерҙары иҫәбенә инә.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменә килгән хатта конкурсты ойоштороусылар — Рәсәй Пенсия фонды һәм «Ростелеком»  асыҡ акционерҙар йәмғиәте республика етәкселегенә әүҙем социаль позиция күрһәткән өсөн рәхмәт белдерә.

Быйыл бөтә илдән килгән эштәрҙең 20,5 проценты республика пенсионерҙарына тура килә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ярышта 37 төбәктән эштәр ҡатнаша. Күпселеге — Башҡортостандан, шулай уҡ Воронеж, Ростов, Нижегород өлкәләренән.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, эштәрҙең 90 проценты «Интернет — минең дуҫым һәм ярҙамсым», 3,5 проценты — «Gosuslugi.ru порталы: ҡатмарлы мәсьәләне еңел хәл итеү», шунса уҡ — «Интернет-эшҡыуар», 2,6 проценты «Интернет-тыуған яҡты өйрәнеүсе» номинацияларына тәҡдим ителгән. Ҡатын-ҡыҙҙар конкурсанттарҙың 84 процентын тәшкил итә. Ҡатнашыусыларҙың уртаса йәше — 63 йәштән саҡ ҡына күберәк. Уларҙың 55 проценты юғары белемгә эйә, 71,8 проценты курстарҙа компьютер грамотаһына өйрәнгән.

«Интернетҡа рәхмәт-2016» конкурсына эштәр әле лә ҡабул ителә. Компьютерҙы белгән 50 йәштән өлкән кешеләр эштәрен 9 октябргә тиклем ебәрә ала. 1-3 ноябрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү була.

«Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһының эшләү осоронда 33 меңдән ашыу пенсионер курстарҙа компьютер грамотаһына өйрәнгән. Теләүселәр конкурс эшен теркәүҙә ярҙам һорап йәшәгән урын буйынса Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалы белгестәренә мөрәжәғәт итә ала», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.