8 декабрь, Кесе йома

23 июнь 2016 йыл, 15:43

Баш ҡалала «ШОС һәм БРИКС илдәренең студент яҙы» фестивален үткәреү майҙансыҡтары билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 24-28 июндә Өфөлә «ШОС һәм БРИКС илдәренең студент яҙы» фестивален үткәреү майҙансыҡтары билдәле булды. Унда ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға донъяның 17 иленән меңдән ашыу ижади һәм талантлы студенттар килә.

Фестиваль барышында БРИКС һәм ШОС илдәренең икенсе йәштәр форумы, «Яҙ королеваһы» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы, «Универвидение» халыҡ-ара музыкаль проекты уҙғарыла. Шулай уҡ ижади коллективтар өсөн «Арт холл» һәм йәш журналистар өсөн «Медиаяҙ» майҙансыҡтары эшләйәсәк.

Делегацияларҙың килеүе 24 июнгә билдәләнгән. Шәмбе, 25 июндә, фестиваль үҙ эшен башлай. Йәштәр форумы — Конгресс-холда, «Яҙ королеваһы» һәм «Медиаяҙ» — Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында, «Универвидение» — «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, «Арт холл» М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында ойошторола.

Йәкшәмбе, 26 июндә, «Яҙ королеваһы» Конгресс-холда үтә. БРИКС һәм ШОС илдәренең йәштәр форумы Holiday Inn Ufa ҡунаҡханаһына күсә, башҡа саралар шул уҡ урындарҙа эшен дауам итә.

Дүшәмбе, 27 июндә, «Арт хол»да ҡатнашыусыларҙы Конгресс-холл һәм Башҡорт дәүләт университеты ҡаршы ала.

28 июндә ҡунаҡтар таралыша.

Фестивалдең эксперттары, модераторҙары, абруйлы ҡунаҡтары сифатында билдәле сәйәсмәндәр, журналистар, эстрада йондоҙҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһай.