3 декабрь, Шәмбе

23 июнь 2016 йыл, 14:57

Өфөлә «Сәйер миссис Сэвидж» спектакленең премьераһы СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкованың бенефисы буласаҡ

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында яңы спектаклдең репетициялары бара. Америка драматургы Джон Патриктың «Сәйер миссис Сэвидж» комедияһын өфөләргә яҡшы таныш Тыва режиссеры Сюзанна Ооржак ҡуя. Пьесаны сәхнәләштерергә СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкова тәҡдим иткән. Спектакль актрисаның ноябрь айында үтәсәк юбилейына арнала .

«Был бөтөнләй икенсе, ҡыҙыҡлы, заманса тарих буласаҡ. Спектакль йәнә Гөлли Арыҫлан ҡыҙының актерлыҡ талантын күрһәтер, тип көтәбеҙ», — тине театрҙың художество етәксеһе ярҙамсыһы Зилә Сәғәҙиева.

Спектаклдә 11 актер ҡатнаша, улар араһында Хөрмәтулла Үтәшев, Сара Буранбаева, Эльвира Юнысова бар. Башҡорт теленә яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина тәржемә иткән. Ҡуйыусы-рәссамы — «Алтын битлек» лауреаты Альберт Нестеров.

«Сәйер миссис Сэвидж» спектакле Рәсәйҙә күп тапҡыр ҡуйыла. Моссовет исемендәге театрҙа төп ролде тәүгеләрҙән булып Фаина Раневская башҡара. Спектакль ҙур уңыш менән бара. Һуңынан ролде Любовь Орлова, Вера Марецкая уйнай. Марецкая ҡатнашлығындағы спектакль фильм-спектакль булараҡ төшөрөлә.

Сюзанна Ооржак — Ҡыҙыл ҡалаһының В.Кок-оола исемендәге Тыва музыкаль-драма театры режиссеры. Ул Якутск, Ҡыҙыл, Өфө, Барнаул ҡалаларында 20-нән ашыу спектакль сәхнәләштергән. «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһының жюри ағзаһы.