Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала рельс автобусы йөрөй башлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

1 июлдән республикала Өфө — Ҡандра — Туймазы маршруты буйынса РА-2 маркалы рельс автобусы йөрөй башлай. Ул 300 самаһы пассажирҙы һыйҙыра ала. Өфө станцияһынан поезд киске 5 тула 22 минуттан ҡуҙғала, Ҡандраға 8-се 28 минутҡа һәм Туймазы станцияһына 9-сы бер минутҡа барып етә.

2 июлдән Туймазы — Ҡандра — Өфө йүнәлешендәге рейстар башҡарыла. Туймазынан таңғы сәғәт 4 тула 2 минуттан ҡуҙғала һәм Ҡандраға — таңғы 5-се 31 минутта, Өфөгә 8-тула 25 минутта барып етә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһында.

«Ҡала яны поезы расписаниеһы Октябрьский, Туймазы ҡалаларында һәм алты районда йәшәүселәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлдө. Хәҙер улар юл тығындарына осрамайынса эшләгән йәки уҡыған урындарына барып етәсәк. Бынан тыш, яңы транспорт маршрутын ойошторғанда Өфөнән дачаға йөрөгән пассажирҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Иртән йәки төш мәлендә юлға сыға алмаусылар яңы рельслы автобусҡа ултыра ала», — тип билдәләне транспорт ойошмаһының матбуғат секретары Сергей Спатар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть