5 декабрь, Дүшәмбе

23 июнь 2016 йыл, 11:15

Данил Лысенко еңел атлетика буйынса ил чемпионатының көмөш призеры булды

фото: Дмитрий Слезин коллажы

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Чебоксарҙа еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты бара. Бейеклеккә һикереүҙә олимпия чемпионы Иван Ухов еңде — 2,30 метр.

Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Данил Лысенко чемпиондан ике сантиметрға ғына ҡалышты.

Өсөнсө урында — Даниил Цыплаков (Краснодар крайы — Хабаровск крайы) — 2,26 метр.