6 декабрь, Шишәмбе

23 июнь 2016 йыл, 11:00

Башҡортостандан йәш химик Нью-Йоркта үткән олимпиадала алтын миҙал яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандан йәш химик Нью-Йоркта үткән Халыҡ-ара проект олимпиадаһында алтын миҙал яуланы. Республика башҡорт-лицей интернатының туғыҙынсы класын тамамлаған Арыҫлан Сәлихов «Фән» категорияһында еңеүсе булды. Уның бактерияларға ҡаршы хитозан пленкаһы тураһында ғилми тикшеренеүе 260-тан ашыу проект араһынан иң яҡшы унау иҫәбенә инде. Эш лицей-интернаттың химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров һәм химия фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Елена Кулиш етәкселегендә башҡарылған.

Нью-Йорк университеты кампусында үткән олимпиадала 69 илдән 850 уҡыусы ҡатнашҡан. Genius Olympiad фән, бизнес, сәнғәт, дизайн, эссе категориялары буйынса уҙғарыла.

Алтын миҙал менән бергә уҡыусыға Нью-Йорк университетында белем алыуға сертификат тапшырылды, тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.