5 декабрь, Дүшәмбе

23 июнь 2016 йыл, 10:14

Салауат эшҡыуарҙары власҡа килә: ҡала мэры менән интервью

фото: Мирон Доровских | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артем Вәлиев/. Биш йылда Салауат ҡалаһында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн 65 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡсалар ҡорамалдар һатып алыуға, яңы производстволар асыуға, лизинг түләүҙәрен ҡаплауға (1 миллион һумға тиклем) йүнәлтелә. Ошо хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов белдерҙе.

Быйыл Салауатта ҡала советы депутаттарын һайлау уҙғарыла. Депутатлыҡҡа кандидаттарҙың күпселеге – эшҡыуарҙар.

– Депутаттар корпусында халыҡтың бөтә ҡатламының, ҙур предприятие хеҙмәткәрҙәренән алып бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, табиптар һәм уҡытыусылар, спортсыларҙың мәнфәғәте сағылдырылырға тейеш, – тип һөйләй Фәрит Ғилманов. – Шуға күрә кандидаттарыбыҙ ҙа төрлө. Эшҡыуарҙар бик күп.

Бөгөн бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам күрһәтеү сиктәрендә Салауатта муниципаль программа эшләй. Уның буйынса Салауат ҡалаһында теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына өҫтөнлөктәр бирелә. Мәҫәлән, улар сауҙаһыҙ муниципаль милекте ҡуртымға алырға хоҡуҡлы.

Салауат ҡалаһы мэры Фәрит Ғилманов менән интервью «Детально» бүлегендә баҫылған.