11 декабрь, Йәкшәмбе

22 июнь 2016 йыл, 17:59

2020 йылға республикала «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы барлыҡҡа киләсәк

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2020 йылға республикала «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы барлыҡҡа киләсәк. «Башинформ» агентлығында «Шүлгәнташ мәмерйәһендәге палеолит осоро һүрәттәрен һаҡлау һәм «Урал батыр ере»нең туристик инфраструктураһын үҫтереү» II Халыҡ-ара симпозиумына арналған матбуғат конференцияһында музейҙың проекты менән таныштырыу булды. Ғилми форум 23-24 июндә Бөрйән районында «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы биләмәһендә уҙғарыла.

Проектты Башҡортостандың Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре әҙерләгән. Уға ярашлы, «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы 3,5 мең гектар майҙанды биләйәсәк. Бинаның бер өлөшө — Уралды, икенсеһе Шүлгәнде символлаштырасаҡ.

Туристар бында урындағы милли мәҙәниәт менән таныша аласаҡ. Солоҡсолоҡ музейы, тирә-яҡтағы йорттар этнографик ихата буласаҡ. Комплекс янында фестивалдәр үткәреү өсөн 500-70 урынлыҡ амфитеатр ойоштороу ҡаралған. «Был комплекс музей ғына булмаясаҡ, ә төбәктең ғилми һәм мәҙәни үҙәгенә әүереләсәк», — тип билдәләне ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

Бер яҡтан, әлеге проект Европа кимәлендәге яңы фәнни һәм туристик кластер булдыра. Йыл һайын туристар ағымын 35-тән 350 меңгәсә арттырыу күҙаллана. Икенсенән, туристар һаны күбәйгән осраҡта белгестәр мәмерйәгә инеү юлын сикләргә, йә иһә бөтөнләй ябырға мәжбүр буласаҡ. Әле унда көнөнә 1000 кеше инә ала.

Проект 2017 йылда тормошҡа ашырыла башлай. Комплексты ике йыл эсендә төҙөп бөтөү ҡаралған. Проекттың хаҡы — 350 миллион һум, ул республика ҡаҙнаһынан финанслана.