Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Бер аҙна эсендә төбәктә картуф 10 процентҡа ҡиммәтләнгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

14 июндән 20-нә тиклем Башҡортостанда картуфтың хаҡы 10 процентҡа артҡан. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уның килограмы уртаса 24 һум 77 тин тәшкил иткән.

Ошо осорҙа кәбеҫтәгә (4,8 процентҡа), йомортҡаға (1,5), онға (1,4), вермишелгә (бер процентҡа) хаҡ артҡан. Шулай уҡ башлы һуған (0,7 процентҡа), һарыҡ ите (0,6), тауыҡтар һәм кишер (0,5), тары ярмаһы (0,4), арыш икмәге (0,3), аҡ май һәм ҡара сәй (0,1) ҡиммәтләнгән.

Уҙған аҙнала стерилләнгән һөткә хаҡтар төшкән (1,5 процентҡа). Шәкәр ҡомо (0,8 процентҡа), пастеризацияланған һөт (0,7), үҫемлек майы (0,5), сусҡа ите (0,3), ҡарабойҙай һәм туңдырылған балыҡ (0,2), дөгө, бойҙай ононан бешерелгән икмәк һәм күмәстәр (0,1), һыйыр ите (0,04) арзанайған.

Алманың һәм аш тоҙоноң хаҡы үҙгәрмәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть