Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан режиссерының «Хоҙай һине һаҡлаһын» проекты ил кимәлендәге дебютанттар питчингында приз яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙә «Ҡыҫҡа метражлы кино» номинацияһында VII дебютанттар питчингына йомғаҡ яһалды. Кино йортоноң ҙур залында эксперттар еңеүселәрҙе иғлан итте. Йәш кинематографистар өсөн портал хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан йәш режиссер Камилә Далгычтың «Хоҙай һине һаҡлаһын» проекты өсөнсө урынға лайыҡ булды. Башҡорт режиссерына «Graphic Storm» компанияһынан сертификат тапшырылды.

Проекттың сценарий авторы һәм режиссеры — Камилә үҙе, ҡуйыусы операторы — Артем Айсин.

Дебютанттар питчингының эксперттар комиссияһында Рәсәй Кинематографистар союзының Мәскәүҙәге ойошмаһы рәйесе, режиссер Евгений Герасимов, Рәсәй Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге идараһы рәйестәше, продюсер Филипп Абрютин, продюсер һәм режиссер Лика Алексеева һәм башҡа билдәле кинематографистар эшләне.

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть