10 декабрь, Шәмбе

22 июнь 2016 йыл, 15:37

Республикала балалар лагерҙарын тикшереүҙең тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Карелиялағы лагерҙа булған фажиғәнән һуң Башҡортостанда урынлашҡан балалар һауыҡтырыу лагерҙарын ҡабаттан тикшерәләр. Унда Мәскәүҙән 14 уҡыусы һәләк булды.

Дүрт көн буйына балалар ял итеү һәм һауыҡтырыу ойошмалары тикшерелергә тейеш, тип билдәләне «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.

Айырыуса уҡытыусыларҙың, инструкторҙарҙың, балалар менән эшләгән бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең составына, уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән программаның йөкмәткеһенә, ундағы шарттарға ҙур иғтибар бүленә.

«Тикшереү менән 25 мобиль төркөм шөғөлләнә, уға авария-ҡотҡарыу хеҙмәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Роспотребнадзор вәкилдәре, бөтә хәүефһеҙлек бүлектәре инә. Кисә улар Ауырғазы, Архангел, Благовещен, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Өфө райондарында һәм Өфө ҡалаһында булды, — тине Гөлназ Шафиҡова. — Тәүге тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, хәүефһеҙ ял итеү буйынса балаларға инструктаж үткәреүҙә, документтарҙы дөрөҫ тултырыуҙа, туҡланыуҙы ойоштороуҙа бер ни тиклем етешһеҙлектәр бар».

Быйыл йәй республикала 95 ҡала яны, 120 палатка лагерҙары эшләй, мең поход ойошторолған. Мәғариф министрлығы көн һайын был хәлде һәм уларҙа балаларҙың хәүефһеҙ ялын тәьмин итеүҙе күҙәтә, тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева.