
Өфөлә йәш ижадсылар семинары ойошторола

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
Кесаҙна, 23 июндә, Өфөлә йәш яҙыусылар семинары уҙғарыла. Форумға профессиональ яҙыусылар, тәнҡитселәр, драматургтар, журналистар, шулай республиканың төрлө райондарынан ижади конкурс еңеүселәре саҡырылған.
Семинарҙың маҡсаты — фекер алышыу, ҡулъяҙмаларҙы тикшереү, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү. Ҡулъяҙмалар поэзия, проза, драматургия жанрҙары буйынса ҡарала.
Сараны ойоштороусылар — республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Башҡортостан» гәзите. Проект республика Башлығы гранты сиктәрендә тормошҡа ашырылған һәм йәш әҙәбиәтселәрҙең һәләтен асыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән.









