Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә фатир өсөн түләү уртаса 10 процентҡа арта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда фатир өсөн түләү уртаса 10 процентҡа арта. 1 июлдән төрлө ҡала һәм райондарҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар 8-12 процентҡа күтәрелә. Ошо хаҡта Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ирина Васимирская хәбәр итте.  

Һалҡын һыуҙың кубометры 22,21 һум буласаҡ. Һыу бүлеү — 20,47 һум. Былтыр ошо ставкалар 21,16 һәм 18,44 һум тәшкил иткәйне.

Электр плиталары булмаған өйҙәрҙә электр энергияһының бер киловаты 2,74 һум тәшкил итәсәк (былтыр — 2,55 һум). Электр плиталары булған өйҙәрҙә йәшәүселәр бер киловатт-сәғәт өсөн 1,92 һум түләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть