6 декабрь, Шишәмбе

22 июнь 2016 йыл, 13:02

Башҡортостанда Дәүләт Думаһының буласаҡ депутаттарына тәҡдимдәр йыйыу буйынса «ҡыҙыу линия» асылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Республикала Башҡортостандан Дәүләт Думаһының буласаҡ депутаттарына тәҡдимдәр йыйыу буйынса «ҡыҙыу линия» асылды. Проектты Йәштәр һайлау штабы ойошторған.

Теләгән һәр кем 8-917-792-93-95 телефоны буйынса республиканың төрлө райондарында йәшәгән йәштәрҙең мөһим проблемалары хаҡында хәбәр итә, тәҡдимдәрен еткерә ала. Шылтыратыуҙар 31 июлгә тиклем ҡабул ителә. «Ҡыҙыу линия» иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем дүшәмбе — йома көндәрендә эшләй.

Шулай уҡ үҙаллы гугл-форманы тултырып, Берҙәм йәштәр программаһын булдырыуға өлөш индерергә була. Уның һылтанмаһын «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы» сайтында http://molgvardiarb.ru/ йәки «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә https://vk.com/mger02 табырға мөмкин.

Республиканың төп йәштәр ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары үҙҙәренең идеяларын тәҡдим иткән дә инде. Көн һайын муниципаль райондарҙан бик күп тәҡдимдәр килә. Әлеге мәлдә йәштәрҙән 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән.