Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы ҡәҙерләп иҫкә алалар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Бөгөн, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә — Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә Башҡортостанда ошо ҡот осҡос һуғышта һәләк булғандарҙы иҫкә алыу саралары үтә. 21 июндә киске сәғәт 10-да Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскә һалыу тантанаһы булды. Башланғысты «Иртәгә һуғыш булды» дөйөм Рәсәй акцияһы сиктәрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы тәҡдим иткән. Өфөлә ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре, ветерандар менән берлектә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары ҡатнашлығында үтте.

Төнгө сәғәт 12-лә «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы» ойошмаһының әүҙем ағзалары Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 75 йыл тулыу уңайынан «Хәтер шәме» акцияһын үткәреү өсөн Ағиҙел йылғаһы яры буйына («Ватан» паркы янында) йыйылды. Акцияға теләгән һәр кем ҡушылды.

Бөгөн иртәнге сәғәт 6-ла «Хәтер иртәһе» акцияһы сиктәрендә Еңеү паркында теләүселәр Тыуған ил өсөн һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды һәм шәмдәр ҡабыҙҙы.

Өфөләге Еңеү паркында матәм саралары көнө буйына дауам итәсәк.

Республика Хәрби Дан музейында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 75 йыллығына арналған «Һуғыш шулай башланды» күргәҙмәһе эш башлай.

Милли йәштәр театры Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Барыһын да исемләп хәтергә төшөрәйек» тигән музыкаль-шиғри композиция тәҡдим итә. Сара театр алдында көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть