5 декабрь, Дүшәмбе

22 июнь 2016 йыл, 11:23

Башҡорт дәүләт университетында эске туризм буйынса белгестәр әҙерләнәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Яңы уҡыу йылында Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында «Ғәмәли филология» йүнәлеше асыла. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә аңлатыуҙарынса, «Эске туризм өлкәһен филологик яҡтан тәьмин итеү» программаһы рус, инглиз, башҡорт һәм көнсығыш телдәрендә иркен аралашҡан тәржемәселәр һәм экскурсоводтар әҙерләүҙе тәьмин итәсәк. Төп иғтибар лингвистиканы һәм мәҙәниәт-ара коммуникацияны, лингвокультурологияны һәм ораторҙар сәнғәтен, этнотуризмды һәм экскурсия эшен, режиссура нигеҙҙәрен һәм сәхнә оҫталығын, Башҡортостан мәҙәниәтен һәм тарихын, туристар эшмәкәрлеген өйрәнеүгә йүнәлтелә.

Былтыр июлдә Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары ошондай ҙур халыҡ-ара сараларҙа эшләү тыуған төйәктең тарихын, мәҙәниәтен, тәбиғәтен белеүҙе талап итеүен күрһәтте.

Ошо программа буйынса белем алыусылар филология өлкәһендә лә, туризм өлкәһендә лә берҙәй талап ителәсәк, тип ышаналар юғары уҡыу йортонда.