8 декабрь, Кесе йома

21 июнь 2016 йыл, 17:47

Өфөнән Тимур Сафин фехтование буйынса Европа чемпионатында алтын миҙал яуланы

фото: Рәсәй Фехтование федерацияһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Польшала фехтование буйынса Европа чемпионаты башланды. Өфөнән рапирасы Тимур Сафин чемпионаттың беренсе алтын миҙалын яуланы. Хәл иткес осрашыуҙа ул француз Эрван Ле Пешуҙы еңде — 15:8.

Шуныһы ҡыҙыҡ: Сафиндың ярымфинал уйыны ауырыраҡ булды: ул унда тағы ла бер француз Энцо Лефорҙы еңде — 15:14.