9 декабрь, Йома

21 июнь 2016 йыл, 17:12

Санкт-Петербургта Башҡортостанда тыуып үҫкән музыканттарҙың концерты булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Санкт-Петербургта Башҡортостанда тыуып үҫкән музыканттарҙың концерты булды. Тыңлаусылар «Петербург рәссамы» музей-күргәҙмә үҙәгенә йыйылды. Кисәлә Санкт-Петербургтағы башҡорт диаспораһы вәкилдәре ҡатнашты.

Концертты ойоштороусы булып Ринат Камалов (ул Өфөлә Милли симфоник оркестры дирижеры булып эшләгән) һәм пианистка Гөлназ Вәлиуллина сығыш яһаны. Сарала төрлө йылдарҙа Өфөләге Урта махсус музыка колледжын тамамлаусылар ҡатнашты. Улар араһында халыҡ-ара конкурс лауреаттары — йырсы Диана Нурмөхәмәтова, виолончелдә уйнаусы Искәндәр Ханнанов, ҡурайсы Айназ Низаметдинов бар ине.

«Санкт-Петербургта бик күп Өфө музыканттары уҡый һәм эшләй. Йырсыларҙы ғына түгел, милли уйын ҡоралдарында уйнаған егет-ҡыҙҙарҙы йәлеп итеп концерт ҡуйыу идеяһы тыуҙы, — тип һөйләне Гөлназ Вәлиуллина. — Концерт шәп булды».

Әлеге концерттың идеяһын Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды хупланы. Сара «Мәскәү дуҫтарын ҡаршылай» XIII халыҡ-ара фестивале барышында ойошторолдо. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды вәкиле булып Гөлнара Ханнанова сығыш яһаны, фондтың эшмәкәрлеге һәм «Мәскәү дуҫтарын ҡаршылай» фестивале хаҡында һөйләне. Ул фондтың директоры Екатерина Ширман һәм уның художество етәксеһе Петр Гулько исеменән фондтың һәм Нева йылғаһы буйындағы ҡалала йәшәгән талантлы башҡорт йәштәре вәкилдәренең артабанғы берлектәге сараларына ышаныс белдерҙе.